Главная Обратная связь

Дисциплины:

Архитектура (936)
Биология (6393)
География (744)
История (25)
Компьютеры (1497)
Кулинария (2184)
Культура (3938)
Литература (5778)
Математика (5918)
Медицина (9278)
Механика (2776)
Образование (13883)
Политика (26404)
Правоведение (321)
Психология (56518)
Религия (1833)
Социология (23400)
Спорт (2350)
Строительство (17942)
Технология (5741)
Транспорт (14634)
Физика (1043)
Философия (440)
Финансы (17336)
Химия (4931)
Экология (6055)
Экономика (9200)
Электроника (7621)


 

 

 

 



ыҙҙы кейәүгә биреүгә әҙерләү йолаһы



Кейәүгә сығырга йөрөгән ҡыҙҙың алдына еҙ тас ултырталар.Ул тас эсен түмәр ултырталар,уны киндер менән урайҙар,тирә-яғына көмөш,алтын ҡалаҡтар һалалар.Шунан,киндер менән уратылған түмәрҙе һуҡҡылай башлайҙар.Тас эсендәге ҡалаҡтар шул ваҡыт төрлө илаған,көлгән кеүек тауыштар сығара.Был шуны анлата: тормошта төрлө ваҡыттар була.Уйынына ла,көлкөһөнә лә,шатлығына ла,ҡайғыһына ла ҡыҙ шул ваҡыт әҙер булыға тейеш.

Ыҙҙы оҙатыу йолаһы

Ҡыҙҙы үҙ өйөнән айырып кейәүгә оҙатҡас ,әсәһе ҡыҙы артынан бойҙай,ярма һирпеп ҡала.Был үҙенә күрә,ҡыҙ кейәүҙә бай,мул тормошта йәшәһен тигәнде аңлата.

Урта кисеү

 

Баҫыуҙың ике яғының уртаһында булғанға “Урта кисеү”тип атағандар.

Оҙон ҡор

Ауылдан сыҡҡас та бик оҙон ҡыр һуҙылып китә,майҙаны -60гектар.. “Ҡыр” һүҙе “Ҡор” һүҙенә әйләнеп киткән һәм халыҡ ул урынды “оҙон ҡор” тип йөрөтә башлаған.

1. Ҡыйғы районы,Яуын ауылы.

2. Сәләхова Миңлегөл Миңлебай ҡыҙы.

3. 1950 йылда тыуған.

4. Яуын ауылында тыуып-үҫкән,тырнаҡлы ырыуынан.

5. Колхозда эшләгән,хәҙерге көндә хаҡлы ялда.

6. 10 класс бөткән.

7. Мәғлүмәтте ауыл ҡарттарынан,атаһынан ишеткән.

8. 1.07.2015

9. 103-сө төркөм

♦♦♦

 

Яуын ауылына хас тыйыуҙар.

1. Һәр эште “Бисмилла” һүҙе менән башларға.

2. Мунсаға,өйгә ингәс, тамаҡ кырып,ишек шаҡып эйәләрҙән ризалыҡ алып инергә кәрәк.

3. Ҡоро көндәрҙә:шишәмбе,кесаҙна,шәмбе көндәре мунса инергә ярамай.

4. Юлға сыҡҡанда,кире боролоп өйгә инергә тура килһә,гөлгә һыу ҡойоп, йә булмаһа ,көҙгөгә ҡарап сығырға кәрәк.

5. Ҡояш байығанда,эңер төшкәндә йокларға,һыу түгергә,эш эшләргә ярамай,сөнки ололар “нәҫтә”ҡағыла тигәндәр.

6. Әй йылғаһынан һыу алғанда,кер сайғанда .һыу эйәһенән ризалыҡ алырға,рәхмәт әйтергә кәрәк.

 

Шифалы үләндәр
Шифалы үләндәрҙе 20 июндән алып 10 июлгә тиклем йыйырға кәрәк.Яуын ауылы эргәһендә үҫкән шифалы үләндәр: юл япрағы,тау әреме,муйыл ҡайыры,мәтрүшкә,һары мәтрүшкә,үгәй инә үләне,еҙ төймә. Эс киткәндә,һыуыҡ тейгәндә муйыл ҡайырын ҡайнатып эсергә кәрәк.Тау әреме ҡайнатмаһын малдарҙың эсе киткәндә эсереү зарур.Ҡурай еләге,сейә,муйыл япраҡтырын сәйгә һалып эскәндә шифаһы ҙур.Һыуыҡ үткәндә мәтрүшкә төнәтмәһе ярҙам

 

 

1. Ҡыйғы районы,Яуын ауылы.

2. Ғәфәрова Фәнүрә Иблиәмин ҡыҙы.

3. 1945 йылда тыуған.

4. Яуын ауылында тыуып-үҫкән,тырнаҡлы ырыуынан.

5. Уҡытыусы,хәҙерге көндә хаҡлы ялда.

6. Мәсәғүт педагогия институтын бөткән.

7. Мәғлүмәтте кәтәйенән,атаһынан ишеткән.

8. 1.07.2015

9. 103-сө төркөм

Йырҙыр

Һуғыш тураһында бер йыр әйтәм

Болотларға күмлеп ҡояш байый

Үткән юлдаркилә күңелгә

Еңеүҙәрҙе яулап алған саҡта

Онотолмаҫ ғүмер ғүмергә

 

Еңеүҙәрҙе яулап алған саҡта

Күпме дуҫтар ҡайтмай ҡалғандар

Шул дуҫтарҙың йоҡоларын һаҡлап

Аҡ ҡайындар моңло шаулайҙар

 

Зәңгәр томандарға күмелеп ҡалды

Беҙ походта булған саҡтар

Күптән һүнде Дунай буйҙарында

Беҙ ҡабыҙған утты усаҡтар

 

Таҡмаҡ

Уфа тейҙәр, Уфа тейҙәр

Уфаны күрҙек инде

Башларыбыҙ йәш булһала

Нужнаны күрҙек инде.

Ултырҙында кәмә айтүренә

Ҡаранында һыуҙын төбөнә.

Һыу төпкәйҙәренә йыш ҡарайым

Башҡа сара юҡ,

Хоҙай ҡушҡан эшкә сара юҡ.

Ул Муса ағайҙың йыры, 4 класста йырлай сәхнәлә

 

Һандуғас, һандуғас китмә, китмә һандуғас

Ҡанатларын талдырып,

Тыуған ерҙе ҡалдырып,

Беҙҙә тыуып үҫтең һин.

Суҡ һыуҙарын әйттең һин

Һандуғас, һандуғас китмә, китмә һандуғас.

Шунда тыуып үҫҫтең һин

Китмә, китмә һандуғас.

Китмә, китмә һандуғас.

Һандуғас, һандуғас китмә, китмә һандуғас.

Ҡурҡма һин ҡоштарҙан

Ҡал һин башҡа ҡоштарҙан,

Һаҡлармын һалҡын елдән

Китмә һин тыуған илдән.

Һандуғас, һандуғас һин китәһең мин ҡалам.

Һинең матур йырҙарыңды

Мәңгегә отоп алам.

4 класс

Колхоз

1.Ҡыйғы р-ны, Яуын ауылы

2.Минзия Сибагатуллина

3. 1928

4. Яуын ауылында тыуып-үҫкән,тырнаҡлы ырыуынан.

5. 4класс

6. колхозда һауынсы булып эшләгән

7. Мәғлүмәтте ололарҙан ишеткән

8. 01.07.15

9.103-сө группа

_________________________________________________________________

Йосоп ауылы фольклоры.

Йырҙар:

Эсем боша сығам тышҡа

Ҡарим һайраған ҡошҡа шул

Ҡоштар һайрай мин йылайым

Ней булды ғазиз башҡа

 

 

Алайҙа нужна беҙгә шул

Кейгән кейем ҡалай туҙҙы

Йәш ғүмер шулай уҙҙы

Йәш ғүмерҙар шулай уҙҙы

 

 

Уфанан килган атларға

Һалҡын һыу эсермагеҙ шул

Уф йөрәкәйҙәрем яна

Иҫемә төшөрмәгеҙ

 

 

Ал булмай, булмай инде шул

Һыу ҙа тынмай бер тулҡынмай

Айрылмай булмай инде шул

Һыу ҙа тынмай бер тулҡынмай

Айрылмай булмай инде шул

Һыу ҙа тынмай бер тулҡынмай

Айрылмай булмай инде шул.

 

Таҡмаҡтар:

Ишек алдым буйлы таҡта,

Буйламай йөрөмайем.

Аяғымды баҫҡан һайын,

Уйламай йөрөмәйем.

 

 

Тәҙрә асып емлар һиптем

Ашаһын ҡошҡайҙарым

Мәңге рәхәт эштәрендә

Йәшәйек туғандарым

 

 

Аяғындағы итеген

Шығырым махурыма

Бөтә донъяны борҡота

Барҙа һинен нурынды

 

 

Сандал кейеп буйлама

Сандал кейеп буйлама

Һин мине уйлама

 

 

Кәкүк ҡысҡыра өҙөлөп

Кәкүк ҡысҡыра өҙөлөп

Кәкүк ҡысҡырғанда өҙөлөп

Нисек йөрөйһөн туҙеп.

 

 

Алайҙа нужна беҙга

Былайҙа нужна беҙга

Кейган кейем ҡалай туҙҙы

Йаш ғумер шулай уҙҙы.

 

 

1.Ҡыйғы районы Йосоп ауылы

2.Ғәниева Зәкинә Зәкир ҡыҙы

3.1928 йылда тыуа

4.Ҡыйғы районы Йосоп ауылы, Әйле ырыуы

5.Колхозда һауынсы булып эшләй, әлеге ваҡытта кәрт һала.

6.5 класс тамамлаған.

7.Ололаҙан, инәһенән ишеткан.

8.02.07.15.

9. 103 төркөм.

__________________________________________________________________

Мөнәжәттәр

Тыуған ил иҫемемдән китмәҫ.

 

Мөнәжәтем але бөтмәҫ, ҡағыҙ һәм ҡәләм етмәҫ;

Тыуған ил иҫемдән китмәҫ, сабыр бирһен ғәзиз алла

 

Мөнәжәтем яҙа-яҙа, ҡәләм тотҡан ҡулым тала;

Куҙемдән ҡанлы йәш аға, йыраҡ булғанға аралар.

 

Ағастар япраҡ ярғанда йәш ағастың башы бөгөлә;

Куңелдәрем тулып еткәс куҙемдән йәштәр түгелә.

 

Туғандарым,фираҡ булдым, курешергә йыпаҡ булдым;

Һеҙҙе күреп һөйләшергә аҡылдарҙан яза булдым.

 

Тыуған яҡҡа куҙем төшһә, башымдан уйҙарым китә;

Йөрәк бәғрем яна башлап, туҙергә дарманым бөтә.

 

Эй аҡҡош, һин китер булһаң, минең илгә етер булһаң,

Тыуғандарҙы курер булһаң, сәләм айтсе беҙҙең яҡтан.

 

Ятып та йоҡом килмәйҙер, ашаһам ашым үтмәйҙер,

Һеҙ, туғандар, күҙ алдымдан һис бер минутҡа китмәгеҙ.

 

Айырылдым илдәремдән.

 

Мөнәжәтем һеҙғә булһын,дуҫ-ишем доға ҡылһын,

Доғалары ҡабул булһын, фираҡ булдым туғандарҙан.

 

Кил япраҡ йәш ғүмер икән, ботаҡтары бала икән,

Айрылмаҡ бер бала икән,фирак булдым туғандарҙан.

 

Эйе, йыйғас, йәшең купме тугелгән япрағын купме?

Йәнең тик сағышын юҡмы,тиеп һорайым мин аларҙан.

 

Ағас башындағы ҡоштоң үтә ғүмере зекер менән,

Йәнем ғәзиз ғүмерҙәрем үҙа төрлө фиҡер менән.

 

Ата тиһәм- ауырый башым, әсә тиһәм – тугелә йәшем,

Сит илдәрҙә-яңғыҙ башым, айырылдым туғандарҙан.

 

Сығып ҡарайым йән айларға тамам унбише еткәсең;

Ҡауышалар ситен икән, йырыҡ илдәргә киткәсең.

 

Сабыр итәм, сабыр итәм, сабыр итәм нихәл итәйем,

Сабырһыҙлыҡ – шайтан фиғеле,сабыр итергә кәрәк.

 

Кеше хәлен кеше белмәҫ, яна бәғрем-уты һүнмәҫ.

Һағынғастан кеше үлмәҫ, әжәлдәр бирмәһен быны.

Сания шишмәһе.

Шишмә ҡороп ботоп барғанда Сания исемле бер инәй шул шишмәне ҡаҙып торган. Шуға шишмәгә уның исемен биргәндәр.

Ала тауы.

Тауҙың иң осона менһәң ҡала куренгән. Шуға был тауҙы ҡала тауы тип йөрөта башлағандар.

Ыҙҙар тауы.

Был тауҙа һәр ваҡыт ҡыҙҙар һуғышҡан булган. Шуға тауға ҡыҙҙар тауы тип исем биргәндәр.

 

 

1. Ҡыйғы районы Йосоп ауылы.

2. Низамова Сания Садыҡ ҡыҙы.

3.1935 йыл

4. Дыуан районы Әпсән ауылында тыуған. 1966 йылда Ҡыйғы районы Йосоп ауылына кусеп килә, әлеге көндә шул ауылда йәшәп ята. Әйле ырыуынан.

5. Һатыусы булып эшләгән.

6. 7 класс.

7. Ата-әсәһенән.

8. 2.07.2015й.

9.103төркөм.

 

 

Килендәр шишмәһе.

Ауылдың иң осонда бер шишмә бар. Уны ауыл халҡы килендәр шишмәһе тип атай. Туй ваҡытында һыу башлағандар шул шишмәлә. Шуға уны килендәр шишмәһе тиҙәр.

Баҙар тауы.

Мәсәғүт яғына киткән юлда тау бар. Шул тауҙа ауылдарҙан килеп баҙар уткәргән булғандар. Шуға уны баҙар тауы тип йоротәләр.

Аншал тауы.

Ҡыҙылдар менән аҡтар һуғышҡандар.Ҡаты бәрелеш булған,куп ҡан ҡойолған. Шуға был тауҙы ҡаншал тип атағандар.

 

1.Ҡыйғы районы Йосоп ауылы.

2. Йыһанурова Әлфирә Вәфиновна.

3.1956 й.

4.Ҡыйғы районы Йосоп ауылында тыуған.Әйле ырыуынан.

5.Доярка.

6.10 класс.

7.Ололарҙан.

8.02.07.2015 йыл.

9. 103 төркөм.

 

 

Сейә тауы.

Был тауҙа сейәлек булған. Шуға курә был тауҙы сейә тауы тип атағандар.

Киндер күле.

Шул күл янында ауыл халҡы киндер һуҡҡандар. Шунлыҡтан киндер куле булып ҡалған.

1. Ҡыйғы районы Йосоп ауылы.

2. Шарафутдинова Гөлбикә Ямалитдин ҡыҙы.

3. 1947

4.Ҡыйғы районы Йосоп ауылында тыуған. Әйле ырыуынан.

5. Сәркәтип.

6.11 класс

7.Әсәйемдән.

8.02.07.2015

9.103 төркөм

 



Просмотров 2648

Эта страница нарушает авторские права




allrefrs.su - 2025 год. Все права принадлежат их авторам!